Стәрлетамаҡ  ҡалаһында интим  хеҙмәттәр күрһәтеүгә ҡаршы рейд үтте 31.03.2015

Полиция хеҙмәте  сауна һәм мунса комплекстарында «төнгө күбәләктәр» барлығын  тикшерҙе.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы шәхси сауна... Полиция хеҙмәткәрҙәре  бында  профилактик рейд үткәреү маҡсатында сираттағы клиенттар рәүешендә  килде. Номерға  түләгәндән һуң улар  администраторҙан үҙҙәренә  ҡыҙҙар һайлауҙы үтенде. Күп тә үтмәй номерға өс ҡыҙ инә. Ләкин тәртип  һаҡсылары үҙҙәренең кемлеген белдергәс, улар был йортҡа ни өсөн  килеүен онотто.
Алдашып бер нисек тә ҡотолоп булмаясағын  аңлаған ҡыҙҙар, саунаға аҡса  эшләргә  килеүен таныны.
Бындай профилактик  рейд ҡаланың бер-нисә  адресы  буйынса үтте. Һөҙөмтәлә  интим хеҙмәттәр күрһәтеүҙә шик  тыуҙырыусылар эске эштәр идаралығына килтерелде. Уларҙың һәр береһендә тиерлек ике тамсы һыу кеүек бик оҡшаш тарих .
Рейд һөҙөмтәләре буйынса, ике ҡыҙға ҡарата  административ хоҡуҡ боҙоу  хаҡында протокол төҙөлөп, уларҙың исемдәре махсус базаға индерелде. Ҡыҙғанысҡа,  йыш ҡына еңел тормош менән йәшәүсе ҡыҙҙар төрлө хоҡуҡ боҙоу осраҡтарында ҡатнашыусы  булып китә.
Бындай йүнәлештәге профилактик саралар полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан даими үткәрелә. Рейдтарҙың маҡсаты - фәхишәлеккә этәреүсе һәм интим хеҙмәттәр күрһәтеүсе притондар ойоштороусыларҙы фашлау.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика