Стәрлетамаҡ ҡалаһында дүрт йәшлек малай һыуға батып һәләк булған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында дүрт  йәшлек малай һыуға батып һәләк булған 24.06.2015

Бала  Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы ҡырағай пляжда уйнап йөрөгән була. Ҡапыл ул тигеҙ булмаған урында эләгеп һыулы соҡорға ҡолай.  Шаһиттар фекеренсә, әсә кеше был ваҡытта дуҫы менән эсеп ултырған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эргә-тирәләгеләр  бәләгә тарыусыны ҡотҡарып өлгөрмәй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел генә ошо уҡ урында 27 йәшлек егет батҡайны. Һуңынан уның  йөҙә белмәүе асыҡланған. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн  ҡалала ни бары бер генә йыһазландырылған пляж эшләй. Шунлыҡтан ҡалған һыу инеү урындары ҡотҡарыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡала.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку