Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12 кеше янғында һәләк булған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12 кеше янғында һәләк булған 15.03.2016

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһының Туҡаев урамындағы бер ҡатлы йортта сыҡҡан янғында 12 кешенең - ике ҡатын һәм ун ирҙең ғүмере өҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында дежур часҡа иртәнге алтынсыла хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына 19 берәмек техника һәм 52 ҡотҡарыусы ебәрелә. Сәғәт һигеҙенселә янғын һүндерелә. Ҡотҡарыусылар йорт эсендә ун ике кешенең кәүҙәһен таба. Тәүҙәрәк матбуғат сараларында һәләк булыусылар элекке СССР илдәренән эшкә килеүселәр тигән мәғлүмәт сыҡҡайны. Әммә республика буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы бинала социаль адаптация үҙәге урынлашыуын һәм мәрхүмдәрҙең урында йәшәүселәр булыуын   белдерҙе. Әлеге мәлдә мәрхүмдәрҙең шәхестәре , фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында әле беҙҙең ижади төркөм дә эшләй. Тулыраҡ 14.30 сәғәттә.

.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку