Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се мәктәп-интернатының ҡулланылмаған бинаһында янғын сыҡты

Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се мәктәп-интернатының ҡулланылмаған бинаһында  янғын сыҡты 11.07.2016

Һәләк булыусылар һәм  йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ут һүндереүгә 12 хеҙмәткәр һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын  бинаның ҡыйығына ҙур зарар килтереп өлгөргән. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы ғәҙәттән тыш хәл сәбәбе ут төртөү менән бәйле булыуы ихтимал, әлегә был фараз тикшерелә. Зыян күләме 50 мең һум тирәһендә тип баһалана. Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә барлығы 15 янғын теркәлде, уларҙың 2-һе Өфөлә.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку