Синоптиктарҙың Башҡортостан аша арктик циклон үтәсәк тигән фараздары дөрөҫкә сыҡты

Синоптиктарҙың Башҡортостан аша арктик циклон үтәсәк тигән фараздары дөрөҫкә сыҡты 21.07.2014

Уҙған аҙна аҙағында Учалы районының Межозерный ҡасабаһы һәм Ҡотой ауылында ҡар яуҙы. Июль ҡарының тәрәнлеге урын менән ете сантиметрға тиклем еткән. Тәбиғәт күренешенән аптырашта ҡалған урындағы халыҡ әйтеүенсә, 90 йәштәгеләр һәм  илле өҫтөндәгеләр ҙә бындай хәлде хәтерләмәй.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда был аҙнала ла  һалҡын һәм ямғырлы һауа торошо һаҡлана. Арктиканан килгән һыуыҡ атмосфера фронты төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан иҫеүсе елдәргә юл асты. 21-нән 24-нә тиклем республика буйынса ҡойма ямғырҙар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 19-24, төндә ни бары 9-12 градус йылы. 26 июлдә көндөң  20-22 градусҡа тиклем йылытыуы, алмашыныусан болотло булыуы күҙаллана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика