Силәбе автовокзалы хеҙмәткәрҙәре Ырымбур өлкәһендәге балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 9 йәшлек малайҙы урлаған ирҙе танып, уны полицияға тапшырған

Силәбе автовокзалы хеҙмәткәрҙәре Ырымбур өлкәһендәге балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 9 йәшлек малайҙы урлаған ирҙе танып, уны полицияға тапшырған 29.07.2015

Автовокзалда ир Симферополдән Хабаровскиҙағы  монастырға юлланыуын белдерә һәм уға бушлай Екатеринбург ҡалаһына барып етергә ярҙам итеүҙәрен һорай.

Ул шулай уҡ илдең башҡа автовокзалдарында ла  уға ярҙам итеүҙәрен иҫбатлап,  билеттар өйөмөн күрһәтә. Әммә автовокзал хеҙмәткәрҙәре полиция тарафынан эҙләнгән ирҙе танып, уның мәсьәләне хәл иткәнсе көтөп тороуын һорай һәм шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Бала урлаусы ир ҡулға алына. Малай үҙенең балалар йортонда тәрбиәләнеүен һәм юлдашынан ҡурҡыуын белдерә.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 йәшлек малайҙы таныш түгел кеше Ырымбур өлкәһенең Абдулин ҡалаһындағы балалар йорто биләмәһенән  25 июлдә алдаштырып алып ҡаса. Әле уның Хабаровск өлкәһендә тыуған, элегерәк хөкөм ителгән 41 йәшлек ир булыуы асыҡланған. Балалар йортонда яуаплы вазифалар биләүселәргә ҡарата вайымһыҙлыҡ статьяһы буйынса эш асылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку