Сибай суды спайс таратыусы енәйәтсел төркөмгә хөкөм ҡарары әҙерләй 03.04.2015

Улар интернеттан тартыу ҡатнашмалары һатып алып таратыу менән шөғөлләнгән. Тилерткес матдәләр ҡала һәм күрше райондарға ла оҙатылған.

Ҡулға алыуҙар Сибай ҡалаһында бер үк ваҡытта төрлө ерҙә ойошторолдо. Оператив эш итеү һөҙөмтәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре тартыу ҡатнашмалары таратыусы енәйәтсел төркөмде һаҡ аҫтына алды. Уларҙы асыҡлау еңелдән булмай. Төркөм ағзалары бер-береһе менән осрашмай. Улар мәкерле ниәттәрен  интернет киңлектәрендә тормошҡа ашыра.
Изге хазина. Интернеттағы сәхифә шулай аталған.  Әммә унда һатылған тауар ғына бер ниндәй ҙә изгелек килтермәгән. Шул уҡ ваҡытта тилерткес матдәләр таратыусылар үҙҙәре спайстарҙы ҡулланмаған.
Полиция дүрт кешене ҡулға алған. Енәйәтсел төркөмдә уларҙың һәр береһенең үҙ роле булған. Кемдер һатып алған, ҡайһы берәүҙәре таратҡан.  Ҡыҙ кеше иһә интернетта һөйләшеүҙәр алып барған һәм иҫәп-хисап өсөн яуап биргән. Тентеү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур партия тилерткес матдәләр һәм наркотиктар эшләү өсөн кәрәк-яраҡтар тапҡан.
Енәйәт эше буйынса тикшереү тамамланған. Төркөм ағзалары үҙ ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Ошо арала Сибай суды тәфтишселәр туплаған дәлилдәрҙе тикшереп ҡарар сығарасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика