Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында сыҡҡан янғын бер нисә минут элек кенә һүндерелде

Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында сыҡҡан янғын бер нисә минут элек кенә һүндерелде 04.09.2015

Социаль селтәрҙәргә һалынған видояҙманан күренеүенсә, ут филармония бинаһының ҡыйығында башланған.

Янғын менән көрәшеүгә барлығы 11 берәмек техника һәм 150 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Ҡотҡарыусыларға шулай уҡ коммуналь хужалыҡ вәкилдәре һәм полиция ла ярҙамға килә.  Бынан тыш, Баймаҡ, Аҡъяр, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл  ҡасабаһынан янғын һүндереүселәр ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1957 йылда төҙөлгән  филармония бинаһы бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә яна башлай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был мәлдә ҡыйыҡта төҙөлөш эштәре барған була. Әлегә зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку