Сибайҙар һыуһыҙ ҡалды 31.05.2017

Бөгөн  иртән тороуға күп ҡатлы йорттарҙа эҫе һыу ғына түгел, һыуығы ла булмай сыҡты. Халыҡ тәүҙә  был күренеш трассаларҙы  ремонтлау менән бәйлелер тип уйлай, тик һыуҙы ниңә иҫкәртеүһеҙ туҡтатҡандарын  ғына төшөнөп бөтә алмай. Әммә һуңынан асыҡланыуынса,  проблема етдирәк булып сыға. Сибайҙың магистраль торба үткәргестәренә ҡушылған бер селтәрҙә авария була.

Тегеү фабрикаһы эргәһендәге торба үткәргестәрендә ғәҙәттән тыш хәл кисә кис теркәлә. Һыу каналы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ  эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә тотона.  Ҡала дауаханаһы, бала табыу йорто кеүек обьекттарға тейешле һыу йыйып ҡалыу кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт еткерелә. Сөнки  трассаны  ремонтлау эше көтөлгәндән оҙаҡҡа һуҙыла. Соҡорға һыу тулыу сәбәпле,  хеҙмәткәрҙәргә ремонт эштәрен ҡатмарлы шарттарҙа алып барырға тура килә.  Белгестәр фекеренсә, торбаның ярылыуы был юлдан йөк машиналарының күпләп йөрөүе менән бәйле,  икенсенән ҡаланың һыу менән тәьмин итеү селтәре бик иҫкергән.  
Таһир Муллоджанов, «Сибай һыу каналы» предприятиеһы директоры: «Авариялар бик күп, ҡаланың һыу селтәре бик иҫкергән, 80-90 процентҡа тиклем. Бер урында торбаларҙы  ремонтлап тораһың, икенсе урында ярылып бара. Һыу үткәргестәрҙе яңыртмай тороп проблеманы хәл итеп булмаясаҡ, ә  бындай осраҡтар йылдан-йыл артасаҡ ҡына».
Авария эҙемтәләре бөгөн төштән һуң бөтөрөлгән. Әлеге мәлдә Сибайҙың барлыҡ күп ҡатлы йорттарында ла һыу бирелгән тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтең  мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика