Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлдә - шартлатыу эштәре барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолған

Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлдә - шартлатыу эштәре барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолған 21.04.2017

Фажиғә һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө, икенсе эшсе зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәл  тау-байыҡтырыу комбинатында теркәлде. Ике эшсе шахтала шартлатҡыс матдәләр һалыу менән шөғөлләнгән була.

Светлана Саттарова, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы: «Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәкселеге күрһәтмәһенә ярашлы, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бәхетһеҙ ваҡиға урынында тикшереү дауам итә, документтар тикшерелә. Эште тәфтиш  идаралығы етәксеһе үҙе контролгә алды».
Һәләк булған ир - предприятие хеҙмәткәре,  1974 йылғы Валерий Горюнов.  Уның ҡатыны менән ике балаһы  ҡалды.  
1966 йылғы Владимир Иванов Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы реанимацияһында. Уның хәлен табиптар ауыр тип баһалай. Ирҙең тәне бешкән. Санитар авиация менән килгән баш ҡала табиптары әле уның ғүмере өсөн көрәшә. Зыян күреүсенең хәле яҡшыра башлағас уны Өфө дауаханаһына  күсереү мөмкин буласаҡ.
Юрий Лысенко, Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы баш табибы урынбаҫары: «Янған урындары күп, шулай ҙа ҡотҡарырбыҙ тип өмөт итәбеҙ. Санитар авиация самолеты менән тән бешеүҙән дауалаусы белгес килде. Ул  мөмкин булғандың барыһын да эшләй».
Әле һәләкәт урынында тикшереү эштәре бара. Предприятие зыян күргән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку