Сибайҙа шартлау һөҙөмтәһендә реанимацияға һалынған эшсенең хәле ауыр ҡала

Сибайҙа шартлау һөҙөмтәһендә реанимацияға һалынған эшсенең хәле ауыр ҡала 22.04.2017

Тәне бешкән ирҙе баш ҡала дауаханаларына күсерерлек түгел. Әле сибайҙа Өфөнән санавиация менән барған  белгестәр эшләй. Пациенттың хәле яҡшырыу менән уны баш ҡала дауаханаһына күсерәсәктәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1966 йылғы Владимир Иванов Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһына шахтала тау -байыҡтырыу комбинаты шахтаһында шартлау булғандан һуң килтерелә. Ул хеҙмәттәше менән 509 метр тәрәнлек ер аҫтында шартлатҡыс матдәләр һалыу менән шөғөлләнгән була. Ләкин хәүефһеҙ урынға йәшенеп өлгөрә алмайҙар.
Фажиғәлә  бер эшсенең  ғүмере өҙөлдө. Һәләк булған ир - 1974 йылғы Валерий Горюнов.  Уның ҡатыны менән ике балаһы  ҡалды.  Белгестәр асыҡлауынса , шартлатыу эштәре барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолған. Предприятие зыян күргән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку