Сибайҙа наркотик матдәләр һатыусы енәйәтсел төркөм ҡулға алынды

Сибайҙа наркотик матдәләр һатыусы енәйәтсел төркөм ҡулға алынды 09.07.2014

Үлем менән сауҙа итеүселәр Силәбе өлкәһенән тартыу ҡатнашмалары килтереп уны социаль селтәр аша таратҡан.

Операция бер юлы ҡаланың бер-нисә урынында ойошторолдо. Полиция хеҙмәткәрҙәре дүрт кешене, шул иҫәптән төркөмдөң башлығын да ҡулға алды. Тилерткес матдәләр һатыусыларҙың береһе генә наркотик ҡулланған. Ҡалғандары уның ни тиклем ҡурҡыныс булыуын аңлаһалар ҙа, еңел аҡсаларҙан тартынмаған.
Енәйәтсел төркөм наркотиктарҙы интернет аша һатҡан. Социаль селтәрҙәрҙә тауарҙың хаҡы һәм электрон иҫәп күрһәтелгән. Аҡса күскәс һатып алыусыға тилерткес матдәләрҙең ятҡан урыны әйтелгән. Ҡулға алыныусыларҙың бер генә автомобилендә алтмыштан ашыу доза наркотик табылған. Бынан тыш, тартыу ҡатнашмаларын әҙерләү кәрәк-яраҡтары ла табылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку