Шишмә-Языково-Саҡмағош юлының 47-се километрында ГАЗ автомобиле түңкәрелгән

Шишмә-Языково-Саҡмағош юлының 47-се километрында ГАЗ автомобиле түңкәрелгән 20.06.2015

Был ваҡытта салонда водителдән тыш, тағы ла  ике ҡатын менән биш бала ултырған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария  боролоштарҙың береһендә тиҙлекте арттырыу һөҙөмтәһендә теркәлгән. Юл ваҡиғаһынан һуң бәләгә тарыусыларҙың барыһы ла дауаханаға оҙатылған. Әлегә өлкәндәр һәм бер уҡыусы өйҙәренә ҡайтырылған. Ә биш йәштән 13 йәшкә тиклемге балаларҙың төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алыуы асыҡланған.    Шулай ҙа табиптар фекеренсә, уларҙың һаулығына ҡурҡыныс янамай. Медицина тикшереүе водителдең иҫерек булыуын күрһәткән. Әле хоҡуҡ һағында тороусылар  авария сәбәптәрен билдәләй.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку