Шишмәлә шәхси эшҡыуарҙар «Башавтотранс» автобустары эшмәкәрлегенә ҡамасаулай

Шишмәлә шәхси эшҡыуарҙар «Башавтотранс» автобустары эшмәкәрлегенә ҡамасаулай 27.01.2015

Ошо сәбәпле предприятие «Өфө-Шишмә» маршрутында ҙур ҡатмарлыҡ кисерә.

Дәүләт транспорты водителдәре фекеренсә, улар йыш ҡына графиктан тайпылып пассажирҙарҙы ваҡытында тәғәйен урынға алып барып еткерә алмай. Сөнки үҙ кеҫәһенә эшләүсе коллегалары техникалары менән юлдарҙы ҡаплай, туҡталыштарға яҡын ебәрмәй. Шуға ла халыҡтың дәүләт автобустарына эләгә алмауы һөҙөмтәһендә күптәр эшкә һәм уҡыуға һуңлай.
Яҡтар араһындағы бәхәс дәүләт ойошмаһының транспорт картаһы буйынса билет хаҡын 50 һумға тиклем төшөргәндән һуң башлана. Ә шәхси эшҡыуарҙар юл йөрөүселәрҙе яҡынса ике тапҡыр ҡиммәтерәккә хеҙмәтләндерә. Пассажирҙар өсөн көрәштең кем файҙаһына тамамланыры билдәһеҙ. Сөнки йүнселдәр ҙә маршрутты республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ойошторған конкурста еңеп алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку