Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе ғаилә балыҡтан ағыуланмаған

Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе ғаилә  балыҡтан ағыуланмаған 17.02.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 ғинуарҙа  Шишмәлә илле биш йәшлек  ир һәләк булды, уның ҡатыны, ҡыҙы һәм оло йәштәге әсәләре ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылды. Улар Өфөлә һатып алған минтайҙан ағыуланған тигән фараз бар ине. Был дөрөҫлөккә тап килмәне.    

Земфира Мәғзүмова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығының туҡланыу гигиенаһы бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: «Тикшереү барышында йорттағы ҡарабойҙай бутҡаһы, бешерелгән һәм сей  балыҡҡа,  өй шарттарында консерваланған бәшмәккә   лаборатор тикшереү үткәрелде. Уның һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, был аҙыҡтарҙың бөтәһе лә гигиена нормаларына яуап бирә. Аҙыҡтан ағыуланыу тураһындағы дәлил дөрөҫлөккә тап килмәй».
Әле осраҡ буйынса тикшереү дауам итә. Криминал экспертиза үткәреләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика