Шаран районында янғын йәнә өс баланың ғүмерен өҙҙө

Шаран районында янғын йәнә өс баланың ғүмерен өҙҙө 30.04.2016

Сабыйҙарҙың олоһона 5 йәш кесеһенә 11 ай булған. Ата-әсәһе кескәйҙәрҙе өйҙә яңғыҙ ҡалдырған. Бөгөн республика башлығының ҡушыуы буйынса Хөкүмәт Премьер министры Рөстәм Мәрҙәнов видеоселектор кәңәшмәһен үткәрҙе. Рөстәм Хәмитов муниципаль берәмектәрҙә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең  ҡәтғи үтәлеше талабын ҡуйҙы. Утта көн һайын кеше , бигерәк тә балаларҙың ғүмере өҙөлөү өсраҡтары башҡа һыймаҫлыҡ хәл, именлекте кисекмәҫтән тьәмин итеү мөһим тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Бөгөндән Республикала янғынға ҡаршы режим юғары әҙерлек кимәленә тиклем көсәйтелде.

Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Баҡалы, балтас һәм Шаран районындағы янғындарҙан һуң республика төбәктәре менән видеоселектор кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн тәртибенә ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү мәсьәләһе сығарылды. Йыл башынан Башҡортостанда меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән уларҙа 126 кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың 12 балалар. Күңелһеҙ Статистиканы иҫәпкә алып бөгөндән республикала янғынға ҡаршы режим көсәйтелә.
Кәңәшмә Башҡортостан башлығының шәхси бойороғо буйынса үтте. Рөстәм Хәмитов иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төбәктәрҙәге янғын сәбәптәрен асыҡлау һәм именлекте тьәмин итеү талабын ҡуйҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов фекеренсә, янғындарҙы иҫәртеү системаһының һөҙөмтәлелеге түбән. Етди рәүештә өҫтәлмә саралар күреү мөһим. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә эштең төп өлөшө урындағы үҙидаралыҡтар һәм социаль хеҙмәттәр иңенә төшә.
Һуңғы ваҡытта янғындарҙың барыһы ла тиерлек социаль яҡтан тоторҡһоҙ ғаиләләрҙә теркәлде. Ата-әсәләрҙең битафлығы ҙур бәләгә юл аса, улар менән даими аңлатыу эше алып барыу мөһим тигән фекер белдерҙе республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
10 майға тиклем республиканың барлыҡ биләмәләрендә лә балаларға ғәҙәттән тыш хәл хәүефе янаған ғаиләләр барланасаҡ. Ата-әсәләрҙең эскелек менән мауығыуы, өйҙә төҙөк булмаған электр сымдары асыҡланған осраҡта муниципаль комиссиялар  закон менән ҡаралған иҫкәртеү саралары комлексын күрергә бурыслы. Үтә лә хәүефле хәлдә уларға  балаларҙы хатта дәүләт социаль учреждениеларына урынлаштырыу  хоҡуғы ла  бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку