Шаран районында ике кешене йәшен атҡан

Шаран районында ике кешене йәшен атҡан 13.07.2016

Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы, Тимер ауылы эргәһендәге яланда бесән сапҡан мәлдә ямғыр яуа башлай.

Ирле-ҡатынлы бесәнселәр таллыҡҡа йәшенә. Шул мәлдә парға йәшен уҡтары тейә. Һөҙөмтәлә  уларҙың ғүмере өҙөлә. Өйҙәренә оҙаҡ ҡайтмағас ауылдаштары уларҙы эҙләргә сыға. Кәүҙәләргә күршеләре юлыға. Һәләк булыусыларҙы ауылдаштары тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Уларҙың  өс бәлиғ булмаған балаһы булыуы билдәле.

Йәшен атыу осраҡтары йышайыу сәбәпле, белгестәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмау хаҡында иҫкәртә. Улар үтә лә ябай. Өйҙә электр приборҙары мөмкин тиклем һүндерелгән булырға тейеш, ә асыҡ урында йөрөгәндә яңғыҙ ағас төбөнә йәшенергә, һыу инергә, ергә ятырға ярамай. Иң мөһиме - кеҫә телефонынан һөйләшеү тыйыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку