Сергей Михалев һәләк булған авария сәбәптәре билдәле булды 21.04.2015

Илдең атҡаҙанған тренеры Силәбенән күптәнге дуҫы Валерий Белоусовты ерләп ҡайтып килгән булған.

Фажиғә «Һамар-Өфө-Силәбе» трассаһының 1599-сы километрында бөгөн таңғы алтылар тирәһендә теркәлә. Күренекле тренер ултырған «Шкода Октавиа» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып фура менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән Сергей Михайлович авария урында вафат була. 38 йәшлек  водитель төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалына. Транспорт сараһына идара иткән Камил Ғәлиәкбәров тиҙлекте арттырғаны өсөн быйыл административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Сергей Михалев быйыл февралдә «Салауат Юлаев» клубының  генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Уның Степан һәм Семен исемле ике бәләкәй улы ҡалды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика