Сергеевка ауылындағы күренеш йәнә ҡабатланды

Сергеевка ауылындағы күренеш йәнә ҡабатланды 01.06.2016

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүселәр ҙә бер төнгә  газ еҫе ҡамауында ҡалды.  Газ бүлеү пунктындағы авария һөҙөмтәһендә көслө еҫтән иҫен юғалтыусылар ҙа була, күптәрҙең газ иҫәпләү ҡоролмалары эшлектән сыға.

Бынан бүртеп, ярылып сыҡҡайны. Торбанан газ, фонтан атҡан кеүек газ атылып торҙо һәм газ плитаһынан да, котелдан да газ бәрҙе.
«Өй эсендә томанмы ни, бер ни ҙә күренмәй ине»,- тип хәтерләй уҙған шәмбе төнөн Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Ишмөхәмәт Баймөхәмәтов. Йоҡларға ятҡан ғаилә ағзалары сәғәт икеләр тирәһендә күршеләренең ишек шаҡыуына уяна. Баҡһаң, ауылда көслө газ еҫе таралған, тиҙерәк урамға, хәүефһеҙ урынға сығырға кәрәклеген хәбәр итәләр. Йорт эсендәге күренеш тә аптырауға һала, газ иҫәпләү ҡоролмаһы эшлектән сығыуы асыҡлана.  
Зөлфиә Баймөхәмәтова үҙе лә урамға сыҡҡас иҫен юғалта, шәмбе төнөнән һуң өй эсендә йөрөргә, газ плитаһын тоҡандырырға ҡурҡа.
Ауыл халҡы был төндө ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Һәр кем ҡулдарына телефон алып, яҡындарына, таныштарына шылтырата башлай, бәлә хаҡында иҫкәртә. Оло йәштәге инәйҙәр әле булһа ла баш әйләнеүенә зарлана.
Газды бүлеү пунктындағы аварияның сәбәптәре һәр кемгә мәғлүм. Регуляторҙағы мембрананың шартлауы ҡоролманың эшлектән сығыуына килтергән. Һөҙөмтәлә газ баҫымы күтәрелә.
Игорь Спащенко, «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең ишембай филиалы директоры: «Һаҡлағыс клапандар эшләй башлағас, атмосфераға газ сығарыла. Был технология буйынса ҡаралған. Ләкин тап ошо төн ел булмай, шуға көслө еҫ тарала. Әммә һауала шартлау хәүефе булған концетрация йыйылмай».
Шулай ҙа ауылдағы йорттарҙың барыһында ла тиерлек счетчиктар эшлектән сыға, бер нисә көн эсендә компания үҙ иҫәбенә уларҙы яңыларына алмаштыра,  етешһеҙлектәрҙе  юҡ итә.
Яңыраҡ Өфө районында йәшәүселәр ҙә газ еҫе тотҡонлоғонда булғайны. Бәхеткә күрә, Ҡанаҡайҙағы осраҡ та, Сергеевкалағы кеүек үк шыма ғына үтеп китте, оло фажиғәгә әйләнмәне. Урындағы халыҡ иһә үҙҙәрен яңынан тыуғандай хис итә. Иң мөһиме, бындай ваҡытта уяулыҡ һаҡларға кәрәк ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку