Сергеевка ауылында газүткәргестәрҙән яғыулыҡ сығып саҡ ҡына харап итмәй ҡалды. Аҙна яңылыҡтары

Сергеевка ауылында газүткәргестәрҙән яғыулыҡ сығып саҡ ҡына харап итмәй ҡалды. Аҙна яңылыҡтары 22.05.2016

Хәйер, бындай ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, башҡа ҡитғаларҙа кәм тигәндә экологик һәләкәт иғлан итерҙәр ине. Беҙҙә иһә бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ, хәүефле түгел, тип тынысландырҙылар. Ә бит халыҡ әлегә тиклем һауаға таралған газ конденсатынан ыҙа сигә. Ваҡиға көнөндә ағыуланыусылар ҙа байтаҡ булған.

Сергеевка ауылында йәшәүселәр шаңҡыу хәленән сыға алмай. Газ еҫенән баш әйләнеүе бер, ә шартлау була күрһә, Иглин районындағы тимер юлы фажиғәһе ҡабатланыр инеме!? Ул ваҡытта торбаүткәргестән газ сығыуы - ике пассажир поезының шартлауына сәбәпсе булды. Һөҙөмтәлә 500-ән ашыу кешенең ғүмере өҙөлдө. Бәхеткә, Өфө районында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл оло бәләгә әйләнмәне.
Шулай ҙа әле экологтарҙың фараздары нисек кенә йыуатырлыҡ булмаһын, урындағы халыҡ сәләмәтлеге өсөн хәүефләнә. Сергеевкала фельдшер-акушерлыҡ пункты юҡлығы ла хәлде ҡатмарлаштырған. Ауылда ваҡытлыса медицина ярҙамы күрһәтелә, тик «аҡ халатлылар» бында оҙаҡҡа килгәнме?! Ни өсөн халыҡты эвакуациялау һуң ойошторолдо? Ҡасан газ еҫе бөтәсәк? Граждандар йыйынында халыҡ дәғүәләрен белдерҙе.
Әлегә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һыуҙы тикшереүгә алған. Халыҡҡа эсәр һыу таратыла.
Тирә-яҡтың бысраныуынан Ғәлләмовтар ғаиләһе лә ыҙа сигә. Ғәҙәттән тыш хәл хаҡында иҫкәртелгәс тә, һыуҙы һатып алып эсә башлағандар. Етмәһә, һаман йортта ҡуныуҙан ҡурҡалар. «Әлдә күрше ауылда йәшәүсе туғандарыбыҙ бар, уларға һыйынырға тура килә»,- ти өй хужаһы.
Магистраль торбаүткәргестән ағып сыҡҡан газ конденсатын тәүгеләрҙән булып йәкәшәмбе көн урмансы Йәүҙәт Кәримов күреп ҡала. «Ерҙән фонтан кеүек урғыла ине»,-ти уҙаман. Ул тиҙ арала ҡотҡарыусыларға шылтырата. Ғәҙәттән тыш хәл урынына шунда уҡ экологтар, хоҡуҡ һағындағылар ҙа килеп етә. Конденсат ҡына ергә һеңеп өлгөргән була, белгестәр һауалағы көкөрт водородының концентрацияһы рөхсәт ителгән күрһәткестән бер нисә тапҡырға артыуын билдәләй. Тик ни өсөндөр яҡын-тирәлә йәшәүсе халыҡты эвакуациялау һуңғараҡ башлана.
Ҡомһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында, тәбиғәткә ярайһы уҡ зыян килтерелә. Енәйәтселәр урлап маташҡан газ конденсаты яҡынса 20 квадрат биләмәне бысратҡан. Фаразланыуынса, сеймалды улар яғыулыҡ эшләү өсөн ҡулланырға тейеш булған. Тик торбаүткәргескә тоташтырылған шлангтар ғына магистралдәге юғары баҫымға түҙмәй, ярыла. Ваҡиға урынында һаман да авария-тергеҙеү эштәре дауам итә.
Ергә түгелгән конденсат әсе еҫкә эйә. Ел үҙгәреп, шыйыҡсаның парҙары халыҡ йәшәгән тарафҡа барып еткәс ғауға ҡуба. Дим биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә бер нисә көн дауамында урамға сыға алмаҫлыҡ хәлдә булды.
Табиптар һауала көкөрт водороды кимәле күтәрелеүен еңел асыҡларға була ти. Серек йомортҡа еҫен хәтерләтә. Ғәҙәттә, ул нефть ятҡылыҡтарында күҙәтелә.
Сергеевкала йәшәүселәр иһә бәлә башы - магистралдә һаҡсыларҙың эше етди ҡуйылмағанлыҡта тигән ҡарашта. Бәлки, ойошма хәҙер биләмә артынан күҙәтеүҙе көсәйтер? Торбаүткәргестәге етешһеҙлектәрҙе лә предприятие үҙ көсө менән ремонтлаясаҡ. Осраҡ буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ә инде ҡасан газ еҫе тулыһынса юҡҡа сығыуына аныҡ ҡына яуап биреүселәр юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку