Сергеевка ауылы эргәһендәге урман эсендә тишелгән торбанан нефть продукттары еҫе сыҡҡан

Сергеевка ауылы эргәһендәге урман эсендә тишелгән торбанан нефть продукттары еҫе сыҡҡан 16.05.2016

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәкшәмбе киске 5-се 5 минутта ведомствоның оператив диспетчер хеҙмәтенә Сергеевка ауылы эргәһендәге урман эсендә тишелгән торбанан нефть продукттары еҫе сыҡҡан шыйыҡса ағыуы тураһында шылтыратып хәбәр итәләр.

Ваҡиға урынына шунда уҡ оператив хеҙмәттәр юллана. Асыҡланыуынса, шыйыҡса «Салауат -Ырымбур –Өфө» юғары баҫымлы конденсат үткәргесенә законһыҙ рәүештә тоташтырылған торбаны тишеп сыға. Конденсат үткәргес «ГазпромЫрымбурдобыча» йәмғиәтенә ҡарай. Авария һөҙөмтәһендә 20 квадрат метр ер бысрана. Бынан тыш, конденсат соҡор буйлап ағып 300 метрға тиклем тарала. Хәлде кисектереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы көсө менән дамба эшләнә. Нефть пролдукттары һыу объекттарына эләкмәй.
Алина Ғәниева, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре:  «Тишелгән торба ер аҫтынан үтә. Белгестәр тиҙ арала авария эҙемтәләрен бөтөрә. Зыян күреүселәр юҡ. Тирә-яҡ мөхиткә ҡурҡыныс янамай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку