Санкт-Петербург метроһындағы терактта һәләк булыусылар һаны 14-кә еткән

Санкт-Петербург метроһындағы терактта һәләк булыусылар һаны 14-кә еткән 04.04.2017

Был турала бөгөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова хәбәр итте. Ҡорбандарҙың 11-нең фажиғә урынында, береһенең ашығыс ярҙам машинаһында, икәүһенең дауахананың ҡабул итеү бүлегендә ауыр йәрәхәттәрҙән ғүмере өҙөлгән. Әлеге ваҡытта 49 кеше стационарҙа дауалана. Бөтә ауырыуҙарҙы ла иң яҡшы белгестәр ҡарай, улар дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән.  Теракт сәбәпле бөгөндән тотош ил күләмендә, шул иҫәптән  Башҡортостанда ла хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде.

Төньяҡ баш ҡалала теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл тотош донъяны тетрәндерҙе. Көслө шартлау «Сенная майҙаны» менән «Технологик институт» станциялары араһында яңғырай. Шунда уҡ ваҡиға урынына полиция, ашығыс ярҙам һәм башҡа хеҙмәттәр килә.  Шаһиттар әйтеүенсә, ер аҫтында ҡалыусылар кинәт ҡурҡыу, ығы-зығы тойғоһона бирелә. Шулай ҙа улар ҡазаға тарыусыларға бар яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, террор ғәмәлен пассажирҙарҙың береһе башҡарған булыуы ихтимал, уның кәүҙә өлөштәре поезд вагонында табылған. Ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсенең  шәхесе асыҡланған, әммә уның кем булыуы тураһында әлегә билдәле түгел. Метрополитен бөгөндән ғәҙәти режимда эшләй. Кисәге ҡот осҡос  фажиғә тураһында кешеләр килтергән сәскәләр генә хәтерләтә.  
Санкт-Петербургта өс көнлөк матәм иғлан ителгән. Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың мәсет һәм ҡорамдарында террор ғәмәлендә һәләк булыусылар рухына доғалар ҡылынды. Төрлө конфессия вәкилдәре һәләкәттә яҡындарын юғалтыусыларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Фажиғәлә һәләк булыусыларҙың туғандарына һәм йәрәхәтләнеүселәргә әле бар яҡлап та ярҙам күрһәтелә. Изге эштән популяр йырсы Радик Юлъяҡшин да ситтә ҡалмаған.  
Нева йылға буйында теркәлгән шартлауҙан һуң илдең башҡа төбәктәрендә лә хәүефһеҙлек сараларына иғтибар артты. Бөгөндән «Өфө» аэропорты һәм тимер юл вокзалы көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә инструктаж үткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку