Санкт-Петербург метроһында шартлатҡыс вагонда портфель эсендә ҡалдырылған 03.04.2017

Видеокүҙәтеү камераһына шартлауҙы ойоштороусы ла эләккән булыуы ихтимал. Әле тәртип һаҡлау органдары уны эҙләй башлаған. Көндөҙгө сәғәттәрҙә төньяҡ баш ҡала метроһының «Сенная майҙаны» һәм «Технология институты» станциялары араһында шартлау яңғыраны.

Уның көсөн белгестәр  200-300 грамм тротил ҡеүәтендә тип баһалай. Террорға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәренә ярашлы, 9 кешенең ғүмере өҙөлгән, 20 кеше йәрәхәтләнгән. Метронан шунда уҡ халыҡ эвакуацияланған. Ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй. Шартлауҙың террор ғәмәле булыу ихтималлығы тикшерелә. Төньяҡ баш ҡалала республиканан белем алыусы йәштәр байтаҡ. Шартлау хәбәрен алыу менән яҡташтарыбыҙҙың хәлен белештек.
Санкт- Петербургта әле Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының медиафорумы үтә. Уның эшендә Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика