Салауат районының Мөрсәлим ауылында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә, өс ғаилә урамда ҡалды

Салауат районының Мөрсәлим ауылында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә, өс ғаилә урамда ҡалды 03.06.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағас йортта ут сығыуы хаҡында дежур часҡа киске биштәр тирәһендә шылтыраталар. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, йорт тулыһынса ут эсендә ҡала, уның ялҡыны тиҙ арала күршеләге ике йортҡа күсә. Күҙалланыуныса, янғынға электр сымының ҡыҫҡа ялғанышы сәбәпсе булыуы ихтимал. Бәхеткә, һәләк булыусылар юҡ. Әлеге ваҡытта йортһоҙ ҡалған ғаиләләр туғандарына урынлаштырылған. Республика йәмәғәт палатаһы уларға ярҙам йыйыу  ойошторҙо һәм республикала йәшәүселәрҙе изге эштән ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку