Салауат ҡалаһында теркәлгән фажиғәле хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды 29.10.2015

Уҙған төндә битлек кейгән билдәһеҙ кешеләр Төньяҡ урамындағы автосервистарҙың береһенә һөжүм иткән. Һөҙөмтәлә эшҡыуар һәм уның алты дуҫы төрлө тән йәрәхәттәре ала. Зыян күреүселәр шунда уҡ ауыр хәлдә урындағы үҙәк дауаханаға оҙатыла. Әммә ҡазаға тарыусыларҙың береһе бер аҙҙан һәләк була.  

Салауат ҡала дауаханаһы бал ҡорто ояһылай геүләп тора. Зыян күреүселәрҙең туғандары полиция хеҙмәткәрҙәрен дә аямай. Улар ғәҙеллек талап итә.
Гамлет Саркисянды аңлап була. Ир әле генә улын юғалтҡан. 37 йәшлек Артур Саркисян ул төндө дауаханаға ике тапҡыр мөрәжәғәт итә. Фаразланыуынса, башта ул дуҫтары менән кафела булғанда кем менәндер ыҙғыша, еңелсә яраланып травмпунктта медицина ярҙамы алғас иптәштәре менән автосервисҡа юллана.
Раҫланмаған мәғлүмәт буйынса һөжүм итеүселәр тиҫтәнән ашыу кеше, бөтәһе лә битлектә булған.
Әле атыш һөҙөмтәһендә зыян күргән тағы өс кеше реанимация бүлегендә. Табиптар уларҙың һаулығы өсөн борсола.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү саҡ башланыуына ҡарамаҫтан, тәфтишселәр әле үк атыш милли мәсъәләгә бәйле түгел тип белдерә. Был хәл көнкүреш шарттар һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика