Салауат  ҡалаһында 16  йәшлек  уҡыусы  ҡыҙ  өсөн  700  мең  һум һораған  енәйәтсе  ҡулға  алынған 16.07.2015

10 июль салауат ҡалаһының дежур  бүлегенә  ҡыҙҙың  әсәһе  мөрөжәғәт  итә. Ҡатындың  һөйләүе  буйынса  ҡыҙы  көндөҙ  үк  уға  шылтыратырға  тейеш  булған,  тик  сәғәт  биштәр  тирәһендә  бала  тауышы  урынына  ул ят  ир  кешенең  тауышын  ишетә. Уҡыусы  бала  өсөн  аҡса  һорауын  белдертә.

Виталий Дутко, Башҡортостан буйынса эске эштәр  министырлығың  енейәт тикшереү бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Тикшереү барышында шул асыҡланды:10 июль яҡынса16 сәғәт 20 минутта бала әсәһенең эшенә китеп барышлай урлана. 15 минуттан һуң енәйәтсе ҡыҙҙың кеҫә телефоны аша әсәһе менән бәйләнешкә сыға һәм 700 мең һум аҡса һорай».
Оператив саралар һөҙөмтәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре  тарафынан  ир ҡулға  алына.  Енәйәтсене  тотоу  мәлендә  ҡыҙ  уның  машинаһында  була.  Салауат  ҡалаһында  йәшәүсе  ир  үҙенең  был  эшкә  этәреүенең  сәбәбен  матди  мохтажлығы менән  аңлата.  Хәҙер  ҡыҙ  өйҙә.  Уның  ғүмеренә  бер  нәмә  лә  янамай,  әммә уға психолог  ярҙамы талап ителә.  Әсәһе   һәр  саҡ  уның эргәһендә.
ҡыҙҙың әсәһе   Барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм. Айырыуса полиция хеҙмәткәрҙәренә. Бөтәһе лә ҡыҙым өсөн борсолдо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика