Сүп-сарҙан ҡотолам тип, бер ҡыҙҙы үлтерә яҙған

Сүп-сарҙан ҡотолам тип, бер ҡыҙҙы үлтерә яҙған 29.06.2017

Стәрлетамаҡта һигеҙенсе ҡаттан килеп төшкән шкаф ишеге студенттың башына бәрелә. Баш мейеһе һелкенгән ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Асыҡланыуынса, пенсионерҙар ғаиләһе үҙҙәренең балконында сүп-сар таҙартып йөрөгән. Шкаф ишеген тәҙрә эргәһенә ҡуялар һәм ул аҫҡа төшөп китә. Ә был ваҡытта Валерия исемле студент әхирәте менән университеттан ҡайтып килгән була.

Павел Янгалов, Стәрлетамаҡта йәшәүсе: «Беҙ ҡатыным менән иҫке әйберҙәрҙе ташларға булдыҡ. Был ишекте тәҙрә эргәһенә ҡуйҙыҡ, ә ул ҡулдан ысҡынып аҫҡа төшөп китте. Ишек алдында берәү ҙә күренмәй ине».
Валерия Большеглазова зыян күреүсе: «Мин башта аңламай торҙом. Әхирәтемә әйләнгәйнем, ул битемдең ниндәй хәлдә икәнен күреп, ҡото осто. Ҡулымдан тотоп, кире университетҡа алып китте. Шунан «Ашығыс ярҙам» машинаһын саҡырҙылар».
Әле ваҡиға буйынса гражданлыҡ эше ҡуҙғатылған. Студент ҡыҙ сәләмәтлегенә зыян килтергәндәре өсөн 500 мең һум күләмендә аҡсалата компенсация талап итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика