Өс ай элек Өфөлә юғалған 54 йәшлек Миләүшә Рамаҙанованың Стәрлетамаҡ эргәһендә юл буйында кәүҙәһе табылған

Өс ай элек Өфөлә юғалған 54 йәшлек Миләүшә Рамаҙанованың Стәрлетамаҡ эргәһендә юл буйында  кәүҙәһе табылған 20.06.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 март баҡсанан өйгә ҡайтмаған ҡатындың яҡындары ярҙам һорап беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт иткәйне. Эҙләү барышында башта уның машинаһы Красноусол янында аварияға тарыуы асыҡланды. Был ваҡиғаларҙан һуң уны ҡунаҡханала, һуңынан таксиға ултырғанын күргәндәр.

Ошо ваҡыт эсендә ул яҡындары менән бер тапҡыр ҙа бәйләнешкә сыҡмаған. Тәфтишселәр әйтеүенсә, Миләүшә Рамаҙанованың тәнендә көсләү эҙҙәре табылмаған. Уның аварияла башы бәрелеп иҫен юғалтыу ихтималлылығы ла тикшереләсәк, тине  Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Абрамова. Үлемдең аныҡ сәбәптәре медицина экспертизаһынан һуң билдәле буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика