Россельхознадзор эксперттары Туймазы районында 800 баш һыйыр малының бешмә вирусы менән зарарланыу ихтималлығын тикшерә

Россельхознадзор эксперттары Туймазы районында 800 баш һыйыр малының бешмә вирусы менән зарарланыу ихтималлығын тикшерә 06.10.2017

Һыйырҙарҙың тояҡтарында һәм еленендә сәйер таптар барлыҡҡа килеүен  урындағы ветеринария табибтары һиҙеп ҡалған. Улар тиҙ арала Мәскәүгә сырхап киткән йорт хайуандарының материал өлгөләрен ебәргән.

Етди тикшеренеүҙәр барышында асыҡланыуынса, тәүҙәрәк  дерматит тип иҫәпләнгән таптарҙың   республикаға ситтән индерелгән ҡурҡыныс вирус менән зарарланыу эҙемтәһе булыуы ихтимал. Был мәғлүмәт дөрөҫкә сыҡҡан осраҡта төбәк малдарына карантин  индерелергә, ә сирле мал тулыһынса юҡ ителергә тейеш. Туймазы районныда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән дә инде. Ауылға барған юлдар ябылған, фермалар һәм йорттарҙа белгестәр дезинфекцяи уҙғара. Ваҡиға урынына беҙҙең ижади төркөм дә сыҡты. Тулыраҡ мәғлүмәттәр алдағы сығарылыштарҙа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку