Республиканың Юғары суды кеше һәм мөлкәт талау менән шөғөлләнеүсе енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы

Республиканың Юғары суды кеше һәм мөлкәт талау менән шөғөлләнеүсе енәйәтсел төркөмгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы 13.01.2015

Төркөмдөң Өфөлә йәшәүсе 25 йәшлек етәксеһе һәм уның 11 әшнәһе  кеше талауҙа һәм урлашыуҙа ғәйепләнә. Судта билдәләнеүенсә, ир енәйәтсел төркөмдө 2010 йылдың авгусында төҙөгән.  

Бурҙар төндә битлек һәм бирсәткәләр кейеп тәүлек әйләнәһенә эшләүсе кибеттәргә һөжүм иткән. Пневматик пистолеттар менән янап сауҙа нөктәләренән аҡса урлаған. Баш ҡалала, Иглин, Нуриман һәм Өфө райондарында теркәлгән 28 осраҡта енәйәтселәр 80-ләп кешегә һәм ойошмаға матди зыян килтергән. Евгений Гурьянов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәт бәйләнештәре бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Суд тикшереү барышында хөкөм ҡарары сығарыу өсөн етерлек дәлилдәр йыйылған, тип иҫәпләне. Төркөм ағзаларына 2 йылдан 13 йылғаса иркенән мәрхүм ителеү янай»…

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика