Республиканың тау-руда сәнәғәтен күҙәтеүҙә тотоу буйынса баш дәүләт инспекторы ришүәт алыуҙа ғәйепләнә 01.11.2016

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 51 йәшлек чиновникҡа ҡарата ҙур күләмдә ришүәт алыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2016 йылдың октябрендә ул тау эштәрен дауам итеү планын хуплау өсөн 200 мең һум күләмендә аҡса талап итә. Әммә предприятие вәкиле хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә һәм инспекторҙың улы атаһының ысын ниәтен белмәй, оператив эксперимент ваҡытында аҡса алған мәлдә тотола. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика