Республиканың тәфтиш комитеты һыуға батҡан ике баланың үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған 05.07.2016

Кисә  Яңауыл районында 11 йәшлек малай һәләк булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул һыу инеү өсөн Шаҙын йылғаһына киткән булған.

Һуңынан башҡа балалар уның яр буйында ятҡан велосипеды менән кейемдәрен таба. Фажиғәгә тарыусының башы менән йылға төбөндә ятҡан төҙөлөш ҡалдыҡтарына һуғылыуы ихтимал тигән фараздар бар.  Тағы ла бер ғәҙәттән тыш хәл Ҡалтасы районында теркәлә. Ике бәләкәй балалы ғаилә ял итеү өсөн Гәрәй йылғаһы буйына килә. Ата-әсә иғтибарын ситкә йүнәлткән  арала 10 йәшлек малайҙы ағым алып китә.  Әлегә уның кәүҙәһе табылмаған. Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала республикала эҫе һауа торошо көтөлә. Шуға ла белгестәр халыҡты һыу буйҙарында айырыуса һаҡ булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика