Республиканың Тәфтиш комитеты Бүздәк ауылы мәктәбендә теркәлгән осраҡ буйынса тикшереү башлаған

Республиканың Тәфтиш комитеты Бүздәк ауылы мәктәбендә теркәлгән осраҡ буйынса тикшереү башлаған 10.04.2017

Белем усағында коридорҙа  баҫҡыста  йығылған 11-се синыф   уҡыусыһы  һаман аңына килә алмай. 17 йәшлек Денис Зариповҡа уҙған йома Өфө нейрохирургтары операция эшләгән. Тик әлегә егеттең хәле үҙгәрешһеҙ ауыр ҡала.

Бүздәк ауылының 2-се урта  дөйөм  белем биреү урта мәктәбендә 11-се синыфта уҡыған  Денис дәрес ваҡытында коридорға сыға һәм йығыла. Бәхетһеҙ осраҡ белем усағындағы видеокүҙәтеү ҡоролмаларына теркәлгән. Бына  егет  атлап килә, синыф ишегенә шаҡый һәм йүгерә,һикерә,  баҫҡыста ҡолай. Шул йығылыуынан аңын юғалта. Ашығыс ярҙам машинаһында уны район үҙәк дауаханаһына илтәләр. Урындағы табиптар рентген тикшереүе үткәрә. Баш һөйәге-мейе йәрәхәте диагнозы ҡуйыла. Бүздәктә МРТ аппараты юҡ, рентген тикшереүе мейегә килгән зыянды тулыһынса күрһәтә алмай.
Бетон иҙәнгә соңҡаһы менән бәрелгән баланың башы тәрән йәрәхәтләнә. Һөҙөмтәлә мейенең йәшәү өсөн яуап бирә торған өлөшөнә ҙур зыян килгән. Пациентты Өфөгә йәки башҡа ҡалаға алып барыу мөмкинлеге ҡалмай. Бүздәк табиптары Өфө Балалар республика клиник дауаханаһы менән бәйләнешкә инә. Баш ҡаланан нейрохирургтар килеп операция яһай. Был осраҡта хирургтар бары үҙ тәжрибәһенә генә таяна.
Денис  менән булған хәлдән һуң уның ата-әсәһе  ут менән һыу араһында. Ғаиләләге өлкән бала спорт яратҡан, мәктәпте тамамлағас Өфө дәүәләт  Нефть техник университетына уҡырға инергә хыялланаған.
Уйындан- уймаҡмы, бәхетһеҙ осраҡмы? Мәктәптә уҡыусылар менән булған хәл өсөн педагогтар яуап бирә. Ни өсөн дәрес мәлендә Денис  коридорға сыҡҡан? Һорауҙар күп. Уларға яуап бирер өсөн егеттең аңына килеүен теләйһе ҡала. Ошондай мәлдә райондарҙа  тейешле медицина ярҙамы күрһәтерҙәй белгестәрҙең һәм заманса ҡорамалдарҙың булмауы хәлде тағы ла киҫкенләштерә. Сөнки йәшәү менән үлем араһындағы пациенттарҙы ҡайһы саҡта ашығыс күрһәтелгән сифатлы  медицина ярҙамы  ғына ҡотҡарып ҡала ала. Денисҡа операция ун сәғәттән һуң, төнгө унда ғына яһалған. Әлегә һығымта яһарға иртәрәк.Республика тәфтиш комитеты ваҡиға буйынса тикшереү башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку