Республикала янғын осраҡтары артыуы күҙәтелә

Республикала янғын осраҡтары артыуы күҙәтелә 25.03.2015

Иглин районында ғына  үткән аҙнала   өс янғын  теркәлгән. Уларҙа ике  кешенең ғүмере өҙөлгән.  Фажиғәләр эскән килеш тәмәке тартыуҙан  һәм электрҙың ҡыҫҡа ялғанышынан сыҡҡан тип фаразлана.  

Район үҙәгендәге йорттарҙың береһендә ут иртәнге сәғәттәрҙә сыға. Фажиғә хужабикә иртәнсәк ҡыҙын  балалар баҡсаһына илтергә киткәс теркәлә. Төтөндө күреп күршеләре янғын хеҙмәтенә шылтырата.  Янғын һүндереүселәр тарафынан «ҡыҙыл әтәс» тиҙ арала һүндерелә. Хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкилдәре  иҫкергән электр үткәргестәрен ваҡытында алмаштырырға һәм һаҡ булырға саҡыра.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика