Республикала йәшәүселәрҙең күбеһе өсөн бөгөнгө иртә көтөлмәгәнсә башланды 10.03.2015

Сөнки яуым-төшөм һөҙөмтәһендә юлдар, автомобиль тәҙрәләре һәм электр сымдары боҙ менән ҡапланды.  Шулай ҙа коммуналь хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре менән уңышлы көрәшеп сыҡты. Һәр хәлдә башҡала хакимиәте вәкилдәре ишулай тип белдерҙе.

Боҙло ямғыр тәү сиратта руль артындағылар өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Сөнки иртән автомобилен ҡабыҙырға сыҡҡан водителдәргә   тәҙрәләге боҙҙо таҙартыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителде.  Шулай уҡ юлдарҙағы боҙлауыҡ һөҙөмтәһендә йәйәүлеләр ҙә ҙур ыҙа сикте.  Шунлыҡтан  травматология үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр ике тапҡырға артҡан. Өфөнөң 21-се дауаханаһы  бүлегендә  лә һуңғы көндәрҙә  аяҡ-ҡулын һындырып,  умыртҡа һөйәген имгәтеп килеүселәр күп теркәлә.  Мейе һелкенеүе менән мөрәжәт итеүселәр ҙә юҡ түгел.  
Венецияны хәтерләткән был кадрҙар бөгөн Сипайлово биҫтәһендә төшөрөлгән.  Көн йылыта башлау менән урамдарҙың береһендә ҙур ғына күл хасил булған. Һөҙөмтәлә  автомобилдәр тығыны ла барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Сипайлово халҡы өсөн бындай хәл һуңғы йылдарҙа ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Ике йыл элек һыу баҫҡан урамдар буйлап ҡайһы берәүҙәр хатта кәмәләрҙә йөрөнө.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика