Республикала йәнә көслө дауыл ҡупты

Республикала йәнә көслө дауыл ҡупты 20.07.2015

Был юлы тәбиғәт ғәрәсәтенең бар михнәттәрен Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүселәр үҙ иңдәрендә татыны. Шаһиттар фекеренсә, көслө ел тиҫтәләгән йорт-ҡураға ҙур ғына зыян килтергән. Ҡайһы бер өйҙәрҙең ҡыйығын осорған, һарайҙар һәм ҡоймалар емерелгән. Кешеләр араһында йәрәхәтләнеүселәр  юҡ.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы икенсе аҙна рәттән халыҡты һаҡ булырға саҡыра. Атап үткәндә, 26 июлгә тиклем Хәйбулла районына бишенсе класлы янғын хәүефе янай. Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала республикала йылы көндәр көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 25 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Шаршамбынан күк күкрәп ямғыр яуасаҡ. 

Ә бына киләһе аҙнанан көндөң эҫетеүе көтөлә.  Һауа температураһы 29 градусҡа тиклем барып етәсәк.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика