Республикала шикле эсемлектәрҙән ағыуланыу сораҡтары йышайҙы

Республикала шикле эсемлектәрҙән ағыуланыу сораҡтары йышайҙы 11.12.2015

Алдан хәбәр ителеүенсә,  Ҡариҙел районының Александровка ауылында ике кеше  туңмай торған шыйыҡсанан ағыуланды, бер кешегә медицина ярҙамы талап ителде.

Бынан тыш, Баймаҡ районың Күлтабан ауылында ла спирттан оло йәштәге ир менән ҡатын ағыуланып һәләк булған. 45 йәшлек улдары менән шешәне бушатҡас йоҡларға ятҡан пенсионерҙарҙың, иртән вафат булыуы асыҡлана. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, спиртлы эсемлекте улар ауылда йәшәгән кешенән һатып ала. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Ошоға оҡшаш хәл Миәкә районының Исламғол ауылында ла теркәлгән. Бында таныштарынан араҡы һатып алған икәү шулай уҡ йәшел йылан ағыуынан донъя ҡуйған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку