Республикала почтальон ҡатындың ғүмерен ҡыйыусы ике ир ҡулға алынды

Республикала почтальон ҡатындың ғүмерен ҡыйыусы ике ир ҡулға алынды 26.09.2016

Уларҙың Ғафури һәм Ауырғазы районы кешеләре булыуы асыҡланған. Тикшереүҙәр барышында  ауыр енәйәт ҡылыусыларҙа урланған аҡсаның бер өлөшө табылған. Ҡалған сумма еңел автомобиль, көнкүреш техникалары һәм ювилер әйберҙәр һатып алыуға тотонолған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәгә тарыусы 20 август иртәһендә Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында пенсия таратырға сыға. Әммә был ваҡытта аҡсалы ҡатынды ғәйепләнеүселәр көтөп тора. Өйҙәрҙең береһе янында 27 йәшлек ир почта хеҙмәткәренең башына ағас сүкеш менән һуғып аҡса һалынған сумканы тартып ала. Артабан ул 48 йәшлек иптәше менән автомобилгә ултырып енәйәт урынын ташлап ҡаса. Килешелгән ваҡытҡа ҡатын почта машинаһы янына  әйләнеп килмәгәс, хафаға ҡалған хеҙмәттәштәре был хаҡта райондың дежур бүлегенә  хәбәр итә. Бер аҙҙан уның  кәүҙәһе ауыл ситендәге урман эсендә табыла. Шулай уҡ уның 900 мең һум күләмендә пенсия аҡсаһы юҡлығы асыҡлана. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика