Республикала эттән тешләнеп бала һәләк булыуҙың тағы ла бер осрағы теркәлде

Республикала  эттән тешләнеп бала һәләк булыуҙың тағы ла бер осрағы теркәлде 06.05.2015

Кисә Бәләбәй ҡалаһында биш йәшлек малай эттән таланған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уға  ихатала сылбырға бәйләнгән йорт хайуаны ташланған. Сабый төрлө тән йәрәхәттәренән һәләк булған.

Бәхетһеҙ осраҡ Бәләбәй ҡалаһында бишенсе майҙа киске сәғәт һигеҙ тирәһендә теркәлә. Шәхси йортта йәшәүсе Гөлшат һәм Рәмил Ғималетдиновтар ғаиләһендәге иң кесе бала киске аштан һуң урамға сыға. Күп тә үтмәй эткә ашарға бирергә сыҡҡан әсә малайҙың таланған кәүҙәһенә юлыға. Биш йәшлек Динарға бәйҙә торған үҙҙәренең эте ташланған. Ашығас ярҙам хеҙмәте тиҙ килеп етеүгә ҡарамаҫтан, сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмайҙар.
Ғималетдиновтар ғаиләһе Вулкан ҡушаматлы этте дүрт йыл тирәһе аҫраған. Ул гел бәйҙә торған. Быйыл уға ҡотороу сиренән прививка яһатмағандар. Быға тиклем ул хужаһының ҡулын тешләгән булған.
Динарҙы бөгөн ерләгәндәр. Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү алып бара. Суд медицина экспертизаһы һөҙөмтәһе әлегә билдәле түгел.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе  өлкән ярҙамсыһы: «Осраҡ буйынса тикшереү башланды. Һәләк булған баланың ата-әсәһенән һорау алынасаҡ. Һөҙөмтәләр буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк».
Илдус Әхмәтов, Бәләбәй район-ара тәфтиш бүлегенең өлкән тәфтишсеһе: «Атаһы аңлатма биргән ваҡытта былтыр үҙе лә ошо уҡ эттән тешләнеүе тураһында белдерҙе. Әммә уның әйтеүенсә, йорт  хайуаны бер ваҡытта ла уҫаллыҡ күрһәтеп  балаларға ташланғаны булмаған».
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку