Республикала экстремистик ойошма вәкилдәре ҡулға алынған

Республикала экстремистик ойошма вәкилдәре ҡулға алынған 13.07.2017

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы материалдары буйынса Саҡмағош район-ара суды  «ТаблигиДжамаат» халыҡ-ара дини ойошмаһында торған 5 төркөм  вәкилен хөкөмгә тарттырған. Был ойошманың эшмәкәрлеген Рәсәй юғары суды 2009 йылдың 7 майында уҡ  туҡтатҡайны.

Енәйәт эшен тикшереү барышында, хоҡуҡҡа тарттырыусылар беҙҙең илдә «ТаблигиДжамааттың» эшмәкәрлеге тыйылғанын белә тороп, ойошмаға ингән һәм төркөмдәрҙе  Өфө, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарында ойошторған. Уларҙың маҡсаты ислам экстремизмы идеологияһын пропагандалауға һәм был йүнәлешкә яңы кешеләрҙе йәлеп итеүгә бәйле булған. Сит ил кураторҙары менән осрашыуҙарҙы Пакстан, Бангладеш һәм Һиндостанда ойошторған. Тентеү барышында төркөм вәкилдәренән экстремистик әҙәбиәт тартып алынған. «Таблиги Джамаат» вәкилдәре бығаса хөкөмгә тарттырылмаған. Суд ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән, яҡтар хөкөм ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдерә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика