Республикала ҡар аҫтында ҡалып бала һәләк булыуҙың тағы ла бер осрағы теркәлде 25.03.2017

Кисә Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында алты йәшлек малай ҡар аҫтында ҡала. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса өс бала шәхси гараж эргәһендә уйнаған. Алты йәшлек малай гараж стенаһы эргәһендәге ҡарҙа соҡор ҡаҙа. Шул ваҡытта гараж ҡыйығынан баланың өҫтөнә  ҡар төшә.

Кисә ошо урында 7,6 һәм 4 йәшлек балалар фажиғәғә тарый. Уйнап йөрөгәндә, уларҙың береһе гараж ҡыйығынан ишелеп төшкән ҡар аҫтында ҡала.
Бәхетһеҙ осраҡ тәртип һаҡлау органдарына кискеһен хәбәр ителә. Ҡар өйөмө аҫтында ҡалған иптәшен икәүһе ҡотҡарырға тырыша, әммә файҙаһыҙ. Улар ваҡиға урынына өлкәндәрҙе саҡыра. Әммә уларҙың да медицина хеҙмәткәрҙәренең дә ярҙамы был осраҡта көсһөҙ була.
Ғаилә алты бала тәрбиәләй. Дүрт малайҙары араһындағы иң шаяны Линарҙың өйҙә әлеге игеҙәк һыңары ҡалған.
Белгестәр бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн ата-әсәләргә балаларына иғтибарлы, уяу булырға саҡыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Өфө эргәһендәге Тимаш ауылында ҡар аҫтында ҡалып 13 йәшлек үҫмер, Баймаҡ районында тауҙан ҡар ишелеп төшөү сәбәпле, 7 йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө. Маяҡ ҡасабаһындағы бәхетһеҙ осраҡ буйынса әле тикшереү эше ҡуҙғатылған.                        

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика