Республика йылғаларында һыу кимәле тағы ла күтәрелгән 25.04.2017

Ағиҙел - 13, Өфө - 48, Дим йылғаһы 7 сантиметрға артҡан.

Әммә һыу баҫыу ихтималлығы көслө булған биләмәләрҙә йәшәүселәр ярҙарынан сыҡҡан йылғаларҙан ғына түгел, ҡар һыуҙарынан да зыян күрә. Республикала ҡар иреп, һыу эсендә ҡалған участкалар күҙәтелгән дә инде. Шунлыҡтан Дим биҫтәһендәге урамдарҙың береһендә йәшәүселәр ихатаһына резина итек кейеп сығырға мәжбүр. Урында йәшәүселәр бәләне һыу ағыҙыу канализациялары булмауҙан күрә.
Өфө районының «Калинка» биләмәһендә йәшәүселәрҙе лә ошо уҡ мәсьәлә борсой. Баҡсала йөҙләп участок иҫәпләнә, уларҙың ун алтыһында ғаиләләр даими рәүештә йәшәй. Бөгөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәте яҙғы ташҡын ваҡытында халыҡты иҫкәртеү маҡсатында рейдтар уҙғарыуын дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика