Республика йәмәғәтселеге бөгөн Сергей Михайлович Михалевты һуңғы юлға оҙата

Республика йәмәғәтселеге бөгөн Сергей Михайлович Михалевты һуңғы юлға оҙата 22.04.2015

Мәрхүм менән хушлашыу сәғәт 12-лә Өфө-арена һарайында башланды. Матәм сараһы сәғәт өскә тиклем дауам итә. Алдан хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры 68-се йәшендә фажиғәле һәләк булды.

Сергей Михалевтың ғүмере  Силәбенән  дуҫы һәм хеҙмәттәше Валерий Белоусовты ерләп ҡайтып килгәндә өҙөлдө. Поезда ҡайтырға тейеш булһа ла, хоккей йондоҙо төнгә ҡарай «Шкода Октавия» автомобилендә юлға сыға. Таңғы алтынсы яртыла, ул ултырған автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сығып «Маз» йөк машинаһы менән бәрелешә. Алынған тән йәрәхәттәренән Сергей Михалев ваҡиға урынында һәләк булды. 37 йәшлек водитель дауаханала.
Тап Сергей Михалев етәкселегендә Салауат Юлаев клубы 2008 йылда тарихта тәү тапҡыр Рәсәй суперлигаһы чемпионы исемен яуланы. Быйыл февралдә ул Өфө клубына спорт мәсьәләләре буйынса генераль менеджер вазифаһында кире ҡайтҡайны.  
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сергей Михалев менән хушлашыу Өфө-арена һарайында көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку