Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе 03.06.2016

78-се йәшендә күренекле башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Диңгеҙ йыйылышының почетлы ағзаһы Ирек Кинйәбулатов ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды.

Ирек Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуған. Мәктәптән һуң Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Төрлө йылдарҙа ул «Совет Башҡортостаны» газетаһының махсус хәбәрсеһе, республика газета-журналдарының әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй, китап нәшриәтендә мөхәррир, Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы директоры була. Ирек Кинйәбултаов уҙған быуаттың 60-сы  йылдарында, Башҡорт дәүләт университетында белем алған осорҙа уҡ әүҙем ижад итә башлай. «Баҫыу юлы» тигән тәүге шиғырҙар  йыйынтығы 1970 йылда донъя күрә. Артабан шағир уҡыусыларҙы тыуған ере һәм туған халҡына тәрән һөйөү тойғолары меннә һуғарылған   «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе»  «Мин - башҡорт!», «Арғымаҡта», «Замана тауышы» кееүк йыйынтыҡтары менән ҡыуандыра. 2013 йылда ижадының сағыу өлгөләре тупланған  «Ғүмер китабын» сығара.
Әҙиптең  васыяты буйынса, мәрхүм тыуған ауылында ерләнәсәк. Шағир менән хушлашыу иртәгә, 4 июндә сәғәт 11-ҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку