Республика прокуратураһы Нефтекамала йәшәгән ун бер йәшлек Динар Хариповты үлтереүҙә ғәйепләнгән енәйәтсел төркөмгә ҡарата ғәйепләү ҡарары ҡабул итте

Республика прокуратураһы Нефтекамала йәшәгән  ун бер йәшлек Динар Хариповты үлтереүҙә ғәйепләнгән енәйәтсел төркөмгә ҡарата ғәйепләү ҡарары ҡабул итте 04.03.2015

Бала уҙған йылда утыҙ беренсе майында юғалғайны. Малай кис өйөнән сыға һәм хәбәрһеҙ юғала. Ике аҙнана уның кәүҙәһе урманда табыла. Эксперттар билдәләүенсә, уны тәүҙә быуып үлтергәндәр, һуңынан күмгәндәр. Шикле кешеләр араһынды уның үгәй атаһы ла була. Ул Динар менән һуңғы тапҡыр аралашҡан,   уйындар менән DVD-диск бирәм тип малайҙы алдаштырып алып киткән. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, енәйәттә тағы өсәү ҡатнашҡан. Төркөмдәгеләрҙең  икеһе   бәлиғ булмаған егеттәр.

Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы: «Асыҡланыуынса,  егерме биш йәшлек ир етәкселегендә улар  пневматик пистолеттар һәм көбәге киҫелгән мылтыҡ менән ҡоралланып  ял итеү базаһына, магазинға төшкән. Дөйөм алғанда    йөҙ илле мең һумлыҡ  зыян килтергәндәр. Енәйәтсел төркөм шулай уҡ «Мицубиси Каризма» маркалы  автомобилде ҡыуып алып киткән. Былтыр май айында  улар төркөмдәге  ирҙең элек бергә йәшәгән ҡатынының улын  урлап алып китә. Енәйәтселәр бала өсөн түләү талап итергә уйлай.  Малайҙы  эҙләү башланғас, уны үлтереп урманда күмеп ҡуялар.  Әле эш судҡа тапшырылған».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика