Республика буйынса Тәфтиш комитеты Бүздәк районында «Орда» сектаһына ингән әсәнең 9 йәшлек улын урлау осрағын тикшерә

Республика буйынса Тәфтиш комитеты Бүздәк районында «Орда» сектаһына ингән әсәнең 9 йәшлек улын урлау осрағын тикшерә 02.03.2016

Алдан хәбәр ителеүенсә, 29 февраль көндөҙ Бүздәк районында йәшәүсе эшҡыуар полицияға уның элекке ҡатынының  улдарын урлауы хаҡында хәбәр итә. Ҡатын бала менән мәктәптән ҡайтып барғанда осраша һәм билдәһеҙ йүнәлештә юҡ була.  Әлеге  ваҡытта ул бәйләнешкә сыҡһа ла, үҙенең ҡайҙалығын әйтеүҙән баш тарта.  

Светлана Абрамова, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы:  «Әлеге ваҡытта тәфтишселәр осраҡ буйынса һәм бала хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн тикшереү алып бара. Йыш ҡына бындай хәлдәрҙә  ата-әсәнең кемеһендер енәйәт ҡылыуҙа  ғәйепләү мөмкин булмаған эш, ләкин һәр осраҡ буйынса айырым тикшереү уҙғарыла. Уның һөҙөмтәләренән сығып процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика