Раштыуа байрамы мәлендә республиканың 100-ләгән ғибәҙәт ҡылыу урынында янғын хәүефһеҙлеген Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең 300-ҙән ашыу белгесе тәүлек әйләнәһенә күҙәтәсәк

Раштыуа байрамы мәлендә республиканың 100-ләгән  ғибәҙәт ҡылыу урынында янғын хәүефһеҙлеген Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең 300-ҙән ашыу белгесе тәүлек әйләнәһенә күҙәтәсәк 06.01.2015

Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының Күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Горин белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, яңы йылдың тәүге көндәрендә республикала халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа һәм пиротехникаға бәйле күңелһеҙ осраҡтар теркәлмәне. Ведомство белгестәренең маҡсаты - Раштыуа байрамын да бәлә-ҡазаһыҙ үткәреп ебәреү.    

Владимир Горин, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Дежур төркөмдәр байрам саралары тамамланғансы һаҡта торасаҡ. Төрлө хеҙмәттәрҙең берлектә эш итеүе һөҙөмтәһендә байрам тыныс үтер, тип уйлайым».
Владимир Гориндың белдереүенсә,  республикала 31 декабрҙән 6-сы ғинуарға тиклем 92 янғын теркәлгән. Ут эсендә  15 кеше һәләк булған. Янғындар башлыса шәхси йорттарҙа һәм ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу йәиһә электр ҡорамалдарының боҙоҡлоғо арҡаһында сыҡҡан. Утта һәләк булыусы 15 кешенең 9-ҙы эскән булған, икәүһе йоҡо аралаш бәләгә ҡаршы тора алмаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика