Фермала тотҡонда

Фермала тотҡонда 18.10.2017

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы, журналистарҙың законлы эшмәкәрлегенә ҡамасаулау буйынса тикшереү башланыИҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн сюжет әҙерләү маҡсатында "Яңылыҡтар"ҙың хәбәрселәре Яңы Аҡтанышбаш ауылына юлланғайны. Быға урындағы хужалыҡта төшөрөлгән фотолар сәбәпсе булды. Унда малдарҙың күпләп ҡырылғаны һүрәтләнгәйне. Урындағы депутат һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре был хәлде малдарҙы ашатырға аҙыҡ булмауы менән аңлата.

Дамир Ғиләжев бер йыл инде фермала эш хаҡын алмай, рәхмәт өсөн генә эшләйем ти. Мәрхәмәтлек менән шөғөләнә башлауыуы иһә осраҡлы түгел. Бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡ малдарын, бигерәк тә быҙауҙарҙы ҡотҡарып ҡалырға тырыша ул. Һуңғыларының һаны әле 84 баш. Бында мал аҙығына ҡытлыҡ юғары булғанға күрә, уларының күбеһе әлегә хәлһеҙ. Витаминдар етмәү сәбәпле үҫештәре тотҡарланған.

Был фотоһүрәттәрҙә иһә яңыраҡ тап ошо хужалыҡтың аслыҡтан һәм тейешле ҡарау ойошторолмау сәбәпле үлгән быҙауҙары. Уҙған аҙнала Шушнур ауылы советы депутаты Зәйҡәт Лоҡманов иҫке мал зыяраты янында тиҫтәнән ашыу быҙау мәйетенә юлығып аптырауға ҡала. Сәбәбе мал аҙығының сифаты тейешле кимәлдә булмауында,-тигән ҡарашта халыҡ вәкиле.

"Бересе май" хужалығы биләмәһен урап сыҡҡандан һуң, ысынлап та, биләмә ташландыҡ хәлдә булыуына инанаһың.

Малсылыҡ комплексының йәйге лагерында әлегә йөҙгә яҡын һыйыр тотола. Малдарҙың туҡтауһыҙ үкереүенә аптырайһы түгел ти урындағы эшселәр. Бесән етмәй, тәүлегенә онотҡанда бер генә ашаталар.

Шишәмбенән алып район буйынса малдарҙы көтөүлеккә сығарыу тыйылды,-тип яуапланы ҡарауылсы. Шуға ла бахырҡайҙар бысраҡта бикле тора. Һауым күрһәткестәре лә яҡшы түгел - көнөнә бер һыйырҙан яҡынса ике литр һөт кенә сыға. Барыһы ла быҙауҙарға бирелә. Әйткәндәй, хужалыҡ өс-дүрт йыл элек бөлгөнлөкә төшә башлай. Былтыр банкротлыҡтың күҙәтеү процедураһы башлана. Әлегә комплекстың ут селтәрҙәре компанияһына ғына йөҙ мең һумдан ашыу бурысы бар. Финанс ойошмаларҙан алынған кредит күләме лә ҙур.

Район етәкселеге билдәләүенсә әлегә хужалыҡты ҡотҡарып ҡалыу мәсьәләһе ҡарала. Конкурс идарасыһы, финанс ойошмалар, комплекстың әлеге ҡуртымға алыусыһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Уҙған аҙнала интернет ҡулланыусыларын шаҡ ҡатырған фотоһүрәттәрҙән һуң ысынлап та хужалыҡта ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған. Фермала ҡураларҙы таҙартыу эше бара. Малдарҙы ҡаты һыуыҡтар башланғансы бинаға индереү мәсьәләһе ҡарала. Хеҙмәт хаҡын әлегә алмаһалар ҙа эшселәр был бурысты намыҫлы башҡара. Шулай ҙа урындағы етәкселек һәм ветеринария хеҙмәте өсөн беҙҙең ижади төркөмдәң ферма буйлап сюжет төшөрөп йөрөүе оҡшаманы күрәһең. Өфөгә ҡайтырға юлланғанда улар хужалыҡ биләмәһенән беҙҙең хеҙмәт автомобилен сығармай аптыратты. Фермаға сит кешеләр инергә тейеш түгел, тип яуапланылар. Райондан ветеринария хеҙмәте вәкиле килгәнен көтөргә тура килде.  

Шулай ҙа полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәс ҡапҡалар ниһайәт асылыуын асылды. Журналистар әшмәкәрлегенә ҡамасаулаусыларға иһә полиция хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға тура килде. Уларҙан һорау алыу ойошторолдо. Был хәлдә шуныһы ғына ҡыуандырҙы. Ваҡытты юғалтһаҡ та, асығып аяҡһыҙ ҡалған ферма һыйырҙарына ниһайәт бесән килтереүҙәрен күрҙек.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку