Рәсәй тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин үлемесле авария булдырыуҙа ғәйепләнеүсе иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе етди контролгә алыу бурысын ҡуйҙы

Рәсәй тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин үлемесле авария булдырыуҙа ғәйепләнеүсе иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе етди контролгә алыу бурысын ҡуйҙы 02.08.2017

Юл транспорт ваҡиғаһы Учалы районында зыян күреүсе һәм ғәйепләнеүсе тәбиғәт ҡосаҡында ял иткән мәлдә теркәлә. Әлегә билдәле булған мәғлүмәттәргә ярашлы, ике үҫмер мотоциклда ғәйепләнеүсе ирҙең балаһы йоҡлап ятҡан палаткаға ҡағылып үтә. Сабый ҡурҡышынан илап ебәрә.

Силәбе өлкәһенән килгән 35 йәшлек ир, иҫерек булыуына ҡарамаҫтан, машинаһына улытырп мотоциклдағы үҫмерҙәрҙе ҡыуа башлай. Һөҙөмтәлә ул ике тәгәрмәсле транспортты бәрҙерә. Руль артында ултырған 13 йәшлек үҫмер ваҡиға урынында йән бирә, уның 12 йәшлек пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.  
Светлана Абрамова, Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы комитеты етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин енәйәттең ғәйепләнеүсе тарафынан алдан уйланып ҡылыныуы тураһында киң мәғлүмәт сараларында таралған уйҙырманы  тикшерергә ҡушты».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку