Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы террористик һәм экстримистик күренештәрҙе булдырмау өсөн көндәлек эш алып бара

Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы террористик һәм экстримистик күренештәрҙе булдырмау өсөн көндәлек эш алып бара 02.03.2015

Сүриә республикаһындағы «Ислам дәүләте» террористик ойошмаһына матди ярҙам күрһәтеүсе 34 йәшлек Радик Ғилуанов оператив эш барышында  ҡулға алынды.

Әлегә тиклем ул Сибай ҡалаһында йәшәгән. Ислам дәүләтенең ҡораллы көстәр төркөмөнә  һуңғы ике йылда 90 мең һум аҡса ебәргән. Аҡсаның ҡорал һәм һуғыш кәрәк- яраҡтарына тотоласағын ул яҡшы белгән. Был экстримистик ойошманың бөтә Донъяла хәлифәт төҙөү, айырым илдәрҙә һәм төбәктәрҙә радикаль ислам тәртибе урынлаштырыу өсөн көрәшеүен дә яҡташыбыҙ яҡшы аңлаған. Матди ярҙамға аҡсаны ир Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙән мосолмандарға ярҙам өсөн тип йыя. Был аҡсалар халыҡ-ара банк картаһы аша Рәсәйҙәге икенсе бер террористик ойошма  иҫәбенә күсерелә. Февралдә Ғилуанов Сибай суды ҡарары менән  террористик ойошмаларға ярҙам күрһәтеү статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды. Енәйәтсе 4  йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика